Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ф
- Фарты (уңышы) юҡтың даны юҡ
- Фермаң маллы булһа, эшең яйлы булыр.
- Фермаңда мал һимеҙ булһа, эшең тигеҙ булыр.
- Фирүзә ташы - йөҙөк ҡашы
- Фәлән ерҙә алтын бар,
Барһаң - баҡыр таба алмаҫһың
- Фәлән ерҙәге фирүзә таш йөҙөккә ҡаш була алмай
- Фәрештә булһа - ҡанатлы,
Шайтан булһа - ҡойроҡло
- Формаң менән маҡтанма, нормаң менән маҡтан.