Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ғ
- Ғилем - аҡылдың яртыһы.
- Ғишыҡ кешене диуана итә.
- Ғишыҡ тотҡан - күҙһеҙ.
- Ғүмер ҡыҫҡа - үткәрмә бушҡа
Ғәҙел менән яҡын булһаң, эшең бөтөр, Залим менән яҡын булһаң, башың китер
- Ғәҙел кеше үҙенә ҡаты, кешегә йомшаҡ булыр
- Ғәҙеллек үлене тергеҙгән
- Ғәҙеллек менән золом бер ерҙә йәшәмәҫ
- Ғәйебен йәшергән - уңмаҫ
- Ғәйебенә күрә язаһы
- Ғәйебеңде таныу - ярты төҙәлеү
- Ғәйеп иткән - ғәйеп ишеткән
- Ғәйепле үҙ күләгәһенән дә ҡурҡа
- Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр.
- Ғәйрәт иткән тау ярыр.
- Ғәйрәт — атлыла.