Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/С
- Сабый барған юлда ҡалыр.
- Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
- Сабырлы булһаң, уңырһың.
- Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
- Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
- Сапҡан аттың башына һуҡма.
- Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
- Себеште көҙ һанайҙар.
- Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
- Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
- Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
- Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
- Сит ерҙә мал да ерҫәй.
- Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
- Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
- Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
- Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
- Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
- Ситте маҡта, илеңдә тор.
- Ситтең ситәне ҡороһон.
- Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
- Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
- Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар.
- Сулаҡ суҡмар күтәрер.
- Сумар - үлмәҫкә бер тумар
- Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ
- Сүлдә йөрөгән ҡуңыр ҡаҙ күл ҡәҙерен белмәҫ,
Күлдә йөрөгән ҡара өйрәк сүл ҡәҙерен белмәҫ, Тауҙа йәйләп, ташта үҫкән ил ҡәҙерен белмәҫ.
- Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә.
- Сүп баҫҡан ер боҙолор, йоҡо баҫҡан ир боҙолор.
- Сүтәшкәне бей итһәң, илеңде дауға ҡалдырыр.
- Сыҡмай сыҡтым ҡунаҡҡа,
Осраным ҡараҡҡа
- Сәйнәп биргәнде йота бел.
- Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.
- Сәмле эш йәмле.
- Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз
- Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.
- Сәсмәгән урмаҫ.
- Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙ көнө?
- Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.
- Сәсәндең теле уртаҡ, сибәрҙең йөҙө уртаҡ, оҫтаның ҡулы уртаҡ