Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Й
- Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
- Йоҡлаған йыланды уятма
- Йоҡлаған - ҡалыр, уяу - донъяны алыр.
- Йоҡо бесәйгә генә моң.
- Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
- Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
- Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.
- Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
- Йоҡлағанға йоҡмаған.
- Йоҡлағанға өлөш юҡ.
- Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
- Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
- Йоҡо ялҡауҙы ярата.
- Йоҡосан егеттә дәрт булмаҫ.
- Йоҡосоға аш юҡ.
- Йортҡа кергәнсе утҡа кер.
- Йорттан айырылған илде яу баҫыр.
- Йортһоҙ — йылан, ерһеҙ — шайтан.
- Йондоҙ һанап, аттан ҡалған.
- Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
- Йөгөң күп булһа, келәтең тулы булыр.
- Йөҙ күтәреп кешенән теләнгәнсе, башыңды эй ҙә ерҙән һора.
- Йөҙлөк атың булһа, меңлек сыбыртҡың булһын.
- Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын
- Йөрәк тынмай беләк тынмай.
- Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.
- Йүгерек атҡа ял теймәй.
- Йүгерек атҡа менгән тәңреһен онотор.
- Йүгәнһеҙ тороп була, һөнәрһеҙ тороп булмай.
- Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.
- Йүнһеҙ итексе беҙҙе ғәйепләр.
- Йүнһеҙ килеп, эшлегә эш өйрәтер.
- Йүнһеҙ менән ағас киҫмә — өҫтөңә ауҙарыр.
- Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.
- Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!
- Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең эшлә.
- Йүнһеҙгә йүнле өндәшеп йүнле һүҙ көтмә
- Йүнһеҙҙең үҙе ни ҙә һүҙе ни!
- Йүнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан.
- Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың
- Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған күрәҙә булған.
- Йығылһаң, ергә таян.
- Йылан йыландың ҡойроғон уҙмаҫ,Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
- Йылҡы — малдың батшаһы.
- Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.
- Йылҡы ҡолондан үҫер.
- Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
- Йылы һүҙ йән иретер.
- Йылы һүҙ - йән аҙығы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы
- Йыуаш ат йүнләүгә яҡшы.
- Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
- Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарга танмаҫһың.
- Йәй ҡышты туйҙыра.
- Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
- Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
- Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
- Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
- Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
- Йәйе барҙың ҡышы бар.
- Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
- Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
- Йән биргәнгә йүн биргән.
- Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ, тырышмаған моратына ет¬мәҫ.
- Йәне барҙың йүне бар
- Йәне теләгән - йылан ите ашаған
- Йәнең тынһа, ҡулың тынмай, ҡулың тынһа, йәнең тын¬май.
- Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.
- Йән рәхәте тән менән, тән рәхәте мал менән.
- Йән тынысы — ямғыр
- Йәш үләндә арыҡ мал да уйнаҡлай
- Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.
- Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын йөҙ йыл йәшәгән
- Йәш сағыңдың ҡәҙерен бел
- Йәшем етте ҡырыҡҡа, эшем китте шырыҡҡа