Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/К
- Каруан күсер — ут ҡалыр, халыҡ күсер —- йорт ҡалыр.
- Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.
- Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
- Кем ерендә йәшәһәң, шуның һыуын эсерһең,
- Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.
- Кем эшләмәй - шул ашамай
- Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә.
- Кеше һүҙе кеше үлтерә.
- Кеше ғәйебен күрһәң, үҙеңдекен уйла.
- Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге сүпте алып ҡуй.
- Кеше көшөлөн осора, үҙенекен ел алмай.
- Көн уҙһын, сабата туҙһын.
- Кеше хәлен кеше белмәй - үҙ башына төшмәһә
- Кеше юҡ тип һүгенмә - ауыҙың яман өйрәнер, кеше юҡ тип һауа боҙма, артың яман өйрәнер
- Кешегә барып ҡаҙы ашағансы, өйөңә ҡайтып һыу эс
- Кешегә кешенең малы, үҙенең аҡылы күп күренер.
- Кешене белгең килһә — ҡылығына, баланы белгең килһә, уйынына ҡара.
- Кешенең үлемен теләгәнсә, үҙеңдең йөрөмөңдө телә
- Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.
- Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һөнәре менән оло булыр.
- Кеше эше менән маҡтанма.
- Кеше эше — ярты эш, үҙ эшең — бөтөн эш.
- Кеше эштә һыналыр.
- Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.
- Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.
- Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.
- Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.
- Кеше ерҙе күтәрә, ер кешене күтәрә.
- Кешәнле атың — бар атың, кешәнһеҙ атың — юҡ атың.
- Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
- Киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең.
- Киске эш таңға көлкө.
- Киҫемле мал үҫемле
- Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
- Киткәндән китек сүлмәк ҡалыр
- Колхоз башлығын ашлығына ҡарап һынайҙар.
- Колхозың алда булһа, ауыҙың балда булыр.
- Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан.
- Көҙ бай булма, яҙ бай бул.
- Көҙ көнөндә бары бай: тарттырған да ашаған,
Яҙ көнөндә нишләгән? — Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған,
- Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс.
- Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.
- Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.
- Көн ҡайғыһы таңдан, йыл ҡайғыһы яҙҙан.
- Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
- Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын, барған ерҙән ҡайтмаһын.
- Көнсө көнө - көйөнөс.
- Көнсөл кеше көн күрмәҫ
- Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
- Көс һабантуйҙа беленер,эш өмәлә беленер
- Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер.
- Көслө умарта геүләүенән билгеле.
- Көсө етмәгән ауыр күтәрер
- Көсөң барҙа эшлә, көсөң барҙа тешлә.
- Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
- Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
- Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан
- Көсөңә күрә көсән.
- Көсһөҙ көрәк һындырыр.
- Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.
Күҙ
үҙгәртергә- Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.
- Күҙең ауыртһа ҡулыңды тый,эсең ауыртһа тамағыңды тый
- Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
- Күк арҡаһы — Тимер ҡаҙыҡ.
- Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.
- Күктән эҙләгәнде ерҙән биргән.
- Күктә сулпан булыуҙан, һыуҙа суртан булыу артыҡ.
- Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
- Күләгәһе юҡ тауҙан биҙ
- Күмәк ҡулға эш түҙмәй.
- Күмәк эш — ирмәк эш.
- Күмәкләгән - яу ҡайтарған
- Күнеккән ҡулда һәнәр бар.
- Күнсе күнде күндерер.
- Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр
- Күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр.
- Күңел етһә, ҡеүәт етә.
- Күңелең ҡурҡһа, ҡулыңа таян.
- Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?
- Күңеле боҙоҡ – йортто туҙҙыра, халыҡты тарҡата...
- Күрмәгәнен күргән - күн итеген кейгән
- Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер
- Күп һүҙ — юҡ һүҙ.
- Күп торғандан һорама, күп йөрөгәндән һора
- Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
- Күп һөйләгән күп яңылышыр.
- Күпме бейек булһа ла, сигенмәһәң - тауға менерһең,
Күпме ауыр булһа ла, сигенмәһәң - эште еңерһең.
- Күп йоҡлаған атын алдырыр.
- Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
- Күп һөйләгән — аҙ эшләгән.
- Күпкә китһә, сүпкә китә
- Күптең эше күңелле
- Күрексенең туны юҡ
- Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ
- Күрше тауығы ҡаҙ кеүек, ҡатыны ҡыҙ кеүек.
- Кәзә көн буйы баҡырһа ла - ишетмәйҙәр, һарыҡ бер баҡырһа - бар донъя ишетә
- Кәзә һауып ҡына һөткә байып булмай.
- Кәзә — мал түгел.
- Кәзә — ярлының һыйыры.
- Кәзә майы — туң май,
Кәзә көткән уңмай.
- Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау.
- Кәзә һауғандан һыйыр һауған һөт һорап килгән.
- Көлә килгән түрәнән ҡас.
- Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
- Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға
- Көс кемдеке әмер шуныҡы.
- Көслө ырыу хан ҡуйыр, үсле ырыу ҡан ҡойор.
- Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.
- Көтөү боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға.
- Көтөү ташлаған малды бүре алыр, ил ташлаған ирҙе гүр алыр.
- Көтөүсе күп булһа, һарыҡты бүре алыр.
- Көтөүсе ниндәй — көтөүе шундай.
- Көтөүсеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уңмаҫ.
- Көтөүсеһеҙ көтөү йөрөмәй.
- Көтөүсеһеҙ ҡуй — бүре аҙығы