Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ө
- Өй артында ҡорто барҙың өй эсендә ҡото бар.
- Өйгә етһә эт уҙыр.
- Өйлөлә - бер кис, өйрәлелә - ике кис
- Өйләнеү - көйләнеү.
- Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
- Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
- Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
- Өйрәнгән эш ерҙә ятып ҡалмаҫ.
- Өйрәнеү — бер һөнәр.
- Өйрәне өйҙә һыуыт.
- Өйрәнмәйенсә хеҙмәт юҡ, хеҙмәт итмәй, хөрмәт юҡ.
- Өйө бейек,өйрәһе шыйыҡ
- Өлгөргән эш өлгөлө.
- Өмөт өҙөлмәһә - ризыҡ өҙөлмәҫ
- Өмөтлө көн күрер,
Өмөтһөҙ гүргә керер
- Өмөтлөнөң ҡояшы ике
- Өмөтһөҙ -йәшәмәҫ
- Өмөтһөҙ кеше - өлөшһөҙ кеше
- Өмөтһөҙ - шайтан
- Өмә эше ырамлы.
- Өмөтһөҙгә ризыҡ юҡ
- Өрөп килгән түрәнән ҡурҡма, көлөп килгән түрәнән ҡурҡ.
- Өрә белмәй өргән эт ауылға бүре килтерер.
- Өҫкә кейгән күренә,тамаҡҡа киткән күренмәй.
- Өҫтөңә ҡояш сығарма
- Өҫтән-мөҫтән игенсе, ҡышҡа керһә — теләнсе.