Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ш
- Шаҙра йөрәк яндыра
- Шаҙра булһа ла аңра булмаһын.
Шиғыр яҙыу ҡыйын түгел, шағир булыу ҡыйын
- Шаҙра шаҡмаҡ, утын туҡмаҡ,
Бәргелә лә - мейескә яҡ (шаҙра кешегә үсекләмеш)
- Шайтан таяғы сүплек башында
- Шайтан таяғын ҡырау һуҡмай
- Шар-мар кеше һүҙ күтәрә,
Аҫтыртын бот күтәрә
- Шаталаҡ шаулар, аҫтыртын көлөр
- Шатлыҡ килмәй ҡайғы китмәй
- Шаян кеше - яҡшы кеше,
Йыуаш кеше - шаҡшы кеше
- Шыраулы ағас ҡулға керә
- Шәп аҡҡан йылға тиҙ ҡорор
- Шәп аша ла, шәп эшлә
- Шәп яуған ямғыр ергә һеңмәй