Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Е
- Ебегән ауыҙҙан серегән һүҙ сығыр
- Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
- Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы.
- Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
- Егет һөйһә - ала, ҡыҙ һөйһә - ҡала
- Егәрле атҡа һүҙ ҙә сыбыртҡы.
- Егә белгән айғыр егер.
- Еккән атың елдәй булһын.
- Екмәһәң дә, ат яҡшы.
- Елкәлә күҙ юҡ
- Елгә еленләгән, көнгә ҡолонлаған
- Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.
- Емеште аша, ботағын һындырма.
- Еңгә - ҡәйнеш бисәһе
- Еңгәм сәнсә, мин тартам,
Мин дә нағыш һырыйым!
- Ер баҫтырығы — тау, тау баҫтырыры таш, ил баҫтырығы — баш.
- Ер кемдеке булһа — ел шуныҡы,
Бей кемдеке булһа — ил шуныҡы
- Ер тартмаһа, һыу тарта.
- Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.
- Ер түбәһеҙ булмаҫ, ил түрәһеҙ булмаҫ.
- Ерҙең даны ирҙән.
- Ерҙән айырылған елгә оса.
- Ере байҙың иле бай.
- Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа, ил тартыр.
- Ере барҙың еме бар, еме барҙың име бар.
- Ере күп булған ил көлөр, бейе күп булған ил бөлөр.
- Еренә күрә екәне.
- Еренә ҡарай йыланы, тауына ҡарай боланы.
- Ерле — ерендә, екән — күлендә.
- Ерле ерен маҡтай, балыҡсы күлен маҡтай.
- Ерле кеше еренә тартыр.
- Ерле боланды тирле ҡолан ҡыуалаған
- Ерһеҙ кеше илһеҙ кеше
- Ерҙең дә ҡолағы бар
- Ер туймай ил туймай.
- Ергә тамған тир — гәүһәр.
- Ергә төшкән гөл булыр, утҡа тошкән көл булыр.
- Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
- Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.
- Ергә ашлыҡ башағынан ҡалдырғансы, ашар ҡашығыңды ҡалдыр.
- Ерҙән алғанды ерҙә ҡалдырма.
- Еренә ҡарап иген ик.
- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
- Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
- Етмеш килде - егәрлек китте
- Етмеш йондоҙ тыуһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ.
- Етмештә ҡартлыҡ етте - аҡыл китте.
- Етәкләгән эт ауға ярамай, өйрәткән һүҙ дауға ярамай.