Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ю
- Юғалған ҡуйҙың ҡойроғо ҙур
- Юғары осҡан түбән ҡуныр
- Юғарыға менгәс, түбән ҡарама
- Юғарынан йығылған ҡаты төшөр
- Юрағаның юш булһын
- Юрғаның тире кипмәҫ
- Юрғаның юлы күп
- Юрғаһына күрә дуғаһы.
- Юртаҡ аттың тояғы ике
- Юханың кендеге булмаҫ
- Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡала
- Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ
- Юҡтан бар булмай
- Юрғалы менән юлдаш булма,наҙан менән серҙәш булма
- Юҡҡа һин дә туҡ,мин дә туҡ
- Юлдың тигеҙе, малдың һимеҙе,ирҙең оҫтаһы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы
- Юрға менгән юлдашынан айырылыр,күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр,күп һөйләгән дуҫынан айырылыр
- Юғалған ҡылыстың һабы алтын
- Юлдан сығыу ғәйеп түгел,юлға кермәү-ғәйеп
- Юлбарыҫтың башы юлда ҡалыр
- Юлыңда эт ятһа,әйләнеп үт
- Юрғаның ҡәҙере еккәндә беленер
- Юханың теленә алданма
- Юл аҙығы-йыуаса
- Юл белгән ҡаруанға ҡушылмаҫ
- Юл белмәһәң,белгәндән һора
- Юл ғазабы-гүр ғазабы
- Юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы
- Юл менән йөрөһәң, юртып йөрө:юртып йөрөһәң, юл ырар
- Юл һорарға тел кәрәк,аҙашҡанға күҙ кәрәк
- Юл һорашып табылыр
- Юл юлдашһыҙ булмай
- Юлаусының юл тырағы һиңә лә тейер,миңә лә тейер
- Юлаусының юл тырағы-артынан шылтырағы
- Юлға сыҡҡан юлда ҡалмаҫ
- Юлға сыҡҡан юлынан ҡайтмаҫ,атылған уҡ таштан ҡайтмаҫ
- Юлға сыҡһаң, иртә сыҡ
- Юлға сыҡһаң,йылы кейемеңде ҡалдырма
- Юлға сыҡһаң,таяғын булһын
- Юлға сыҡһаң, юл аҙығың мул булһын
- Юлға сыҡһаң,юлың йәшер
- Юлға сыҡһаң, юлдашың үҙеңдән артыҡ булһын
- Юлға сыҡһаң,янып сыҡ,юлдашыңды танып сыҡ
- Юлға юлдаш алып сыҡ
- Юлда йөрөгән май имер, өйҙә ултырған ҡан имер
- Юлда юлыҡҡан юлдаш булмаҫ
- Юлдан барған аҙашмаҫ
- Юлдан сыҡһаң да илдән сыҡма.
- Ююдан кире боролһаң, өлөшөң юғалыр
- Юлдан ҡал,юлдаштан ҡалма
- Юлдан сыҡма,аҙашырһың
- Юлды йөрөгән еңер
- Юлдың башы-ат тояғында
- Юдың төҙөгө,һыуҙың өҙөгө юғ
- Юлдың яйын юртҡан белер
- Юлы уңыр егеттең еңгәһе алдан сығыр
- Юлы уңдың эше уң
- Юлы уңыр егеттең юлдашы сығыр алдынан
- Юлын белгән арымаҫ
- Юлын белмәгән-юлда илап ултырған
- Юлынан киткән боролмаҫ
- Юлдаш тапмаған юлынан яҙыр