Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/И
- Игелек ит тә һыуға һал - халыҡ белер,халыҡ белмәһә балыҡ белер.
- Иген икһәк-икмәк,быҙау һуйһаҡ-туҡмаҡ
- Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.
- Иген ҡамылынан билгеле.
- Иген төбө — ҡыуаныс.
- Иген үҫмәҫ тип, ерҙән төңөлмә.
- Игенде арба өйгә ипдерә, сана баҙарға илтә.
- Игендең яйын иккәп белер, арбаның яйын еккән белер.
- Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй.
- Игенсе яуында тыныр.
- Игенсенең ярты ғүмере яланда уҙыр.
- Игә белгән иген ашар, игә белмәгән ниен ашар?
- Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә.
- Иҙел башынан болғана, тамағынан тына.
- Иҙел һыуы бал булһа ла, илгә етмәй.
- Иҙел Яйыҡтың ағаһы,
Ағиҙел илдең яғаһы.
- Изге эштең иртәгеһе яҡшы.
- Ижтиһад иткән моратына еткән.
- Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
- Ике ҡулыңа бер эш — ал да кереш.
- Ике күлдәкте бер иткән, бер күлдәкте юҡ иткән.
- Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.
- Ике туған талаша, атҡа менһә яраша.
- Ике айғырҙы бер һарайға япмайҙар.
- Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаҫ.
- Ике дәрүиш бер балаҫҡа һыйыр, ике батша ер йөҙөнә һыймаҫ
- Икенең бере - йә ир, йә ҡатын баш булһын.
- Ике бейә — ил ашы,
Өс бейә — болаҡ башы, Бер бейә — юҡтың ҡашы.
- Ике ҡатын алғандың вайраны бар,
- Ике һыйыр Һауғандың айраны бар.
- Ике уйла, бер эшлә.
- Икмәк — илдән, һыу — күлдән
- Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы
- Илар бала атаһының һаҡалы менән уйнар,
- Илар түрә иле менән уйнар
- Ил аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр.
- Ил асыуы — яман асыу.
- Ил бай булһа, ярлылығың һиҙелмәй.
- Ил бар ерҙә сәпсек үлмәй.
- Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ.
- Ил биргәндә дуҫың булһын, ер биргәндә ҡушың булһын.
- Ил дауһыҙ булмаҫ, ир дауһыҙ булмаҫ.
- Ил илдән ҡалһа, иргә намыҫ.
- Ил икмәге ирекле,
Эшләп алһаң, кимекле.
- Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
- Ил ирекле булһа, түрә күрекле була.
- Ил йолаһыҙ булмаҫ.
- Ил йолаһына хан да буйһона.
- Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
- Ил көсәйһә, бей хан була.
- Ил күрмәк — бер бурыс, ир һынамаҡ — бер бурыс.
- Ил күсә тип, утыңды һүндермә!
- Ил ҡулы тау күсерер.
- Ил ҡупһа — Иҙел ҡубыр, ауыл ҡупһа — дауыл ҡубыр.
- Ил ҡәҙерен белмәгән — башын юғалтҡан,
- Ер ҡәҙерен белмәгән — ашып юғалтҡан.
- Ил менән ҡара көн дә байрам булыр.
- Ил намыҫы ир муйынында.
- Ил намыҫы хур итмәҫ.
- Ил өҫтө — алтын бишек.
- Ил өҫтөндә илле алтын.
- Ил терәге — ир, ир терәге — бисә.
- Ил хөкөмһөҙ булмаҫ.
- Ил эшенең иртәгеһе маҡтаулы.
- Ил яҙмышы — ир яҙмышы.
- Илгә бирһәң ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды;
- Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
- Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер.
- Илгә ҡушылһаң — ир булырһың, илдән айырылһаң — хур булырһың.
- Илгә сыҡһаң, илле төрлөнө күрерһең.
- Илгә таянған Иҙел кисер.
- Илгә һыймаған баш — Иҙелгә батҡан таш.
- Илде тинтәк боҙор.
- Илдең биле ныҡ булһа, ирҙең күңеле туҡ булыр.
- Илдең итәге киң.
- Илдең көнө ер менән.
- Илдең көнө — ир менән, ирҙең көнө — ил менән.
- Илдең күҙе илле.
- Илдең хаҡын ир даулар, ир дауламаһа, кем даулар?
- Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
- Илдә баш булмаһа, эт башҡа менә.
- Илдә булһа, иренгә тейә.
- Илдә булһа, үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
- Илдә егет һанаулы.
- Илдә ир үлмәҫ
- Иле байҙың бейе бай.
- Иле барҙың көнө бар
- Иле барҙың — ҡабымы бар.
- Иле барҙың — теле бар.
- Иле берҙәмдең — көнө берҙәм.
- Иле ныҡтың — биле ныҡ.
- Иле юҡтың— түшәге юҡ, икмәге юҡтың— көйшәме юҡ.
- Илем-көнөм булмаһа, айым-көнөм тыумаһын!
- «Илем» тимәҫ ир булмаҫ, «өйөрөм» тимәҫ ат булмаҫ.
Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр,
- Илен борсоған ил буҫағаһы булыр.
- Илен танымаған илгә бей булмаҫ.
- Илен һатып ашаған — ике генә көн йәшәгән.
- Илен һөйгән ир булыр.
- Иленә ҡайтҡандың ояты юҡ.
- Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
- Илле илен маҡтар, юкәле күлен маҡтар.
- Илле йылдан ил яңырыр, йөҙ йылдан ҡаҙан яңырыр.
- Илләштереү илсенән, юлыҡтырыу яусынан.
- Илсегә үлем юҡ.
- Илсегә ялҡауҙы ебәрһәң, илгә яу килтерер.
- Илселек — димселек.
- Иләҫ илдән китер.
- Иллегә еткәс, ирҙәр ҙә ипкә килә
- Иллелә - ил ағаһы
- Иләктә һыу тормаҫ,
Ҡатын-ҡыҙҙа һүҙ тормаҫ
- Иләмәй күн булмаҫ, тирһеҙ тун булмаҫ.
- Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ.
- Иләктәгең — күнәккә, күнәктәген — иләккә.
- Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт.
- Иләк менән һыу ташымайҙар.
- Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ
- Имән ҡаты ергә төпләнер.
- Иң элек уйла, унан эшлә
- Инженер булыуҙан менеджер булыу хәйерлерәк.
- Инһәң — ил, сыҡһаң — яу.
- Инә ҡаҙ йомортҡа баҫҡанда ата ҡаҙ янында бейер
- Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
- Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ,
Бал йыйһа ла, мул йыймаҫ
- Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр.
- Ипле кеше иленән китмәҫ.
- Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
- Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын.
- Ир башына килһә килһен, ил башына килмәһен.
- Ир-егет — ил көҙгөһө
- Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
- Ир-егеттең яҡшыһы ил менән.
- Ир ике һөйләһә — үҙенә бөлә, хан ике һөйләһә — иленә бәлә.
- Ир илендә ҡәҙерле.
- Ир ҡайғыһы илдә.
- Ир ҡәҙере ил менән.
- Ир терәге — ер.
- Ир — тыуған илендә, ат — туйған ерендә.
- Ир үлһә лә, йола үлмәҫ.
- Ир үлһә, ил көйөнөр, дошман һөйөнөр.
- Ир яҡшыһы илгә ярай.
- Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
- Ирҙән ашмаҡ бар, илдән атма к юк.Ирҙән китһәң дә, илдән китмә.
- Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
- Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була.
- Ир булған ир егерме биштә баш булыр,
Ир булалмаған ир иллелә лә йәш булыр
- Ир булған кеше этеп йыҡһын, тартып торғоҙһон.
- Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ
- Ир йәше ике илле - береһе шәкәр, береһе бикәр
- Ир-аҙамат билгеһе - тышта мырҙа, өйҙә ҡол
- Ир ҡанаты ат була.
- Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.
- Иренсәк йорт ил булмаҫ, ил булһа ла, гел булмаҫ.
- Иртә сәсһәң — уңырһың, һуңға ҡалһаң — туңырһың.
- Ит тапмаған - үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған - еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.
- Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
- Иргә бер ҡат барыу - ғәҙәт, икенсегә - оят.
- Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә
- Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.
- Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
- Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
- Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.
- Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.
- Иртәгә лә көн бөтмәҫ
- Иртән дә өйрә, кис тә өйрә - был ҡорһаҡтар ни күрә?
- Иртәгә лә көн бөтмәҫ.
- Ир аҫылы эштә беленә.
- Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.
- Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.
- Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.
- Ир һөнәре эш булыр.
- Иренгән ике үлгән.
- Иренгән ике эшләр, артынан бармағын тешләр.
- Иренгән эш һөймәҫ.
- Иренгәндең иренен эт ялаған.
- Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.
- Иренмәгәндең ирене ашлы, иркәнең күҙе йәшле.
- Иренмәгәндең эше сифатлы.
- Иренмәһәң, оҫта булырһың.
- Иренсәк иркә булыр.
- Иренсәккә эш ярамаҫ.
- Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.
- Иренсәктең ирене кибер.
- Иренсәктең табышы юҡ.
- Иренсәктең эше ике.
- Иренсәктә дәрт булмаҫ.
- Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.
- Иренһәң — иренеңә теймәҫ.
- Иренһәң, эшең кем эшләр,оялһаң, һүҙең кем әйтер?
- Иртә барһаң- ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә
- Иртә торған ас ҡалмаҫ.
- Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ,иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ
- Иртә торған ир уңыр.
- Иртә торған үкенмәҫ.
- Иртә торғандың ғүмере оҙон.
- Иртә торғанндың ырыҫы артыр.
- Иртә торһаң — уңырһың, кискә ҡалһаң — туңырһың.
- Иртәгә ҡалған эшең — һынып төшкән тешең.
- «Иртәгә» тигән иренгән, бөгөндән ҡалган бөлгән.
- «Иртәгә» тигән уй менән бөгөп тамаҡ туймай.
- Иртәгәге эшеңде бөгөн уйлап ҡуй.
- Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.
- Ирән ерҙә ир үлмәҫ.
- Ирәндегем — бишегем, оло оңғол ишегем.
- Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын
Ырыуыңа тап булмаһа - ораныңа тап булһын
- Иҫәр менән иҫәр булма
- Иҫәр үҙе һөйләр, үҙе көлөр - кешегә ҡалдырмаҫ.
- Иҫәр этен маҡтар, өйөнә ҡайтһа бисәһен маҡтар.
- Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән һирәк.
- Иҫәпһеҙ колхоз — ишекһеҙ йорт.
- Иҫәпкә бар, һанға юҡ.
- Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.
- Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.
- Ите—иткә, һурпаһы—биткә
- Итексенең беҙе юҡ.
- Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.
- Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.
- Итеге тайыш булһа ла йөрәге тайыш булмаһын
- Итле өйҙә - ике кис, өйрәлелә - бер кис
- Ишәк арығанын белмәҫ,
Ир ҡартайғанын белмәҫ
- Ишәктең дә егәрлеһе була.
- Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.
- Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.
- Ишек алдында һыйырың булһа, оҫтәл оҫтөндә һыйың бу¬лыр.
- Ишәк барға һаналһа ла, малға һаналмай.
- Ишәк ите ит булмаҫ.
- Ишәктең ите хәрәм, көсө хәләл.