Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ҡ
- Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.
- Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.
- Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә.
- Ҡағын, һөртөн дә тағы эшкә тотон.
- Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.
- Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
- Ҡаҙна малы — ил малы.
- Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
- Ҡаҙ ҡанаты — ҡауырһын, ир ҡанаты — ат.
- Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа.
- Ҡаҙынған ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан, ҡаҙынмаған - ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан
- Ҡаҙынған ‐ кеше баҙынан ҡалья тапҡан, аҙаҡтан зинданға инеп ятҡан.
- Ҡайғы килһә, игеҙ килә
- Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя,
Ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя.
- Ҡайҙа барһаң — бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.
- Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
- Ҡала — бер барһаң, ҡала,
Йыш барһаң, башыңды алып ҡала.
- Ҡалала эш һөймәҫ, ауылда кәбән өймәҫ.
- Ҡалала ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрә¬тер.
- Ҡалалы ер — ҡаласлы ер.
- Ҡаланы маҡта, ауылда тор.
- Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ.
- Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул.
- Ҡалын ырыуҙың ҡарағы күп була.
- Ҡалған эш — төштән кире.
- Ҡалған эшкә ҡар яуа.
- Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.
- Ҡапҡа аҫтынан кергән, түргә менеп өргән.
- Ҡара ерҙә ҡармандап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
- Ҡараҡ менән юлдаш булма,
Ғәйбәтсе менән серҙәш булма, Уйнашсы менән ултырҙаш булма
- Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.
- Ҡар башын ҡар ашар, хан башын хан ашар.
- Ҡара ерҙе яманлама, ҡайтып, шунда барырһың; Ил-йортоңдо яманлама, ҡарғышына ҡалырһың.
- Ҡара урмандан үтеп, ҡамсы һаплыҡ ағас таба алмаған.
- Ҡара ерҙә ҡармаңдап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
- Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ.
- Ҡара тупраҡ иген уңдыра.
- Ҡарағайға ҡарап тал үҫер,
Колхозсыға ҡарап, мал үҫер.
- Ҡарамағандың ҡатыны ташлар, баҡмағандың малы таш¬лар.
- Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡаран дан үҫер.
- Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.
- Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә
- Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.
- Ҡарға, һайрап, һандуғас булмаҫ
- Ҡарға һайыҫҡан кеүек йөрөп ҡарайым тип үҙ йөрөшөн онотҡан, ти
- Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
- Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
- Ҡапҡам төбөнә туй еткән, ҡаба орсоғом ҡайҙа икән?
- Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр.
- Ҡаты ерҙә ҡаҡ торор, игенле ерҙә мал торор.
- Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
- Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
- Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
- Ҡатын тота белмәгән көң (ҡол)иткән, ебәк тота белмәгән йөн иткән.
- Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
- Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
- Ҡатындың теле уҙһа - иренең ҡулы уҙа
- Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр
- Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
- Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
- Ҡатын аҙһа ир башына, түрә аҙһа — ил башына.
- Ҡашығаяҡ шалтырамай тормаҫ.
Ҡой
үҙгәртергә- Ҡойроҡ тулап баш булмаҫ.
- Ҡойроҡ биткә бойороҡ бирмәҫ.
- Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.
- Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.
- Ҡолон — ҡырҙа, ҡондоҙ — һыуҙа.
- Ҡолон тояғына — ҡом терәк,
Ҡош аяғына — ел терәк, Ҡара кешегә — мал терәк, Хан кешегә — ил терәк.
- Ҡом татырҙа мал ятыр.
- Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, бейе юҡ ил булмаҫ.
- Ҡомо юҡ һыу булмаҫ,
Яғаһы юҡ тун булмаҫ, Законы юҡ йорт булмаҫ.
- Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр,
Ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр.
- Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.
- Ҡорал юҡтан ҡороҡ та ҡорал.
- Ҡораллының ҡулы уйнай.
- Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.
- Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.
- Ҡоро ҡулға ҡорал яу.
- Ҡоро ағастың емеше юҡ.
- Ҡоро ер булһа ла, иген сәс.
- Ҡорт саҡмайынса бал булмай.
- Ҡорт таныһаң, тотоп ал, күсе һайын бер бот бал.
- Ҡорт күсһә, иле менән.
- Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда һарыр.
- Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға.
- Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ.
- Ҡош ҡош менән аулана.
- Ҡошон юғалтҡан күккә ҡарар,
- Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,кешенең матурлығы эшенә ҡарап.
- Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер
- Ҡошона күрә тоҙағы
- Ҡошто ем менән алдайҙар
- Ҡош ояһыҙ булмай.
- Ҡояш таңһыҙ, ил дауһыҙ булмаҫ.
Ҡуй
үҙгәртергә- Ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар.
- Ҡуй байлығы -туй байлығы.
- Ҡуй ырыҫы -ҡура эсендә.
- Кунаҡта рәхәт, өйҙә бәрәкәт
- Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.
- Ҡулайымламай ҡул яҙылмай.
- Ҡулалды ат төптән тартыр, ҡул алды әйбер ҡулбуй(ы) ятыр.
- Ҡул ҡайҙа ауыҙ шунда
- Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.
- Ҡулы берҙе эшләй, теле икенсене һөйләй.
- Ҡулы эшләй, теле йыуа.
- Ҡул һелтәй, балта саба.
- Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ.
- Ҡулда ҡорал -ярты эш, эшләһәң-бөтөн эш.
- Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә.
- Ҡулы белгән бал ашар.
- Ҡулы ҡыймылдағандың ауыҙы ҡыймылдар.
- Ҡулың күтәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма.
- Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
- Ҡулың уйнаһа, ауыҙың уйнар.
- Ҡулыңда эшең булһа, эс бошорға ваҡыт юҡ.
- Ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонма.
- Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.
- Ҡулыңдан элек башың уйлаһын.
- Ҡулыңдан эш китһә, ауыҙыңдан аш китә.
- Ҡурай тартһаң - көй була, бүрәнә тартһаң — өй була.
- Ҡурҡҡан эш хәйерле була.
- Ҡуян алмаҫ, ҡулынан килмәҫ.
Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ.
- Ҡуян тотоҡоң килһә, бурҙай ал.
- Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул.
- Ҡыйынлығын күрмәй, ҡоймағын ашап булмай.
- Ҡыйынлыҡты еңгән рәхәт күргән, еңәлмәгән гүргә кер¬гән.
- Ҡыҙ аҡсаһы - тоҙ аҡсаһы..
- Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
- Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң - етмәй торор, алтыһынан йыйһаң - артып ҡалыр.
- Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
- Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
- Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
- Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ,
- Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр
- Ҡыҙыл телем тыйманым,ҡыҙым өйөнә һыйманым
- Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
- Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал
- Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
- Ҡырҙа ҡалған- ҡар аҫтында.
- Ҡырҙа тиреҫ мул булһа, амбарың буш булмаҫ.
- Ҡырҙағы ашлыҡ байлыҡ түгел, амбарҙағы ашлыҡ байлыҡ.
- Ҡырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра
- Ҡырҡ йыл ҡыйыш үҫкән ағас йыл эсендә тураймаҫ
- Ҡырҡҡа тиклем донъяны ҡырырмын, ҡырҡтан һуң бары менән торормон
- Ҡырҡта ат менмәгән иллелә айғыр менмәҫ
- Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
- Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма
- Ҡырын эш ҡырыҡ йылдан һуң да беленә.
- Ҡыр — ҡырҡ күҙ, ил — илле күҙ.
- Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай.
- Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма .
- Ҡыш ҡайғыһын яҙ ҡайғырт.
- Ҡыш аҙығын йәй йыйна.
- Ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла,йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла.
- Ҡәйнәгә сәс менән иҙән йыуып та ярай алмаҫһың