Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/О
- Ололар араһында ла аҡыл емештәре өлгөрмәгән кешеләр осрай.
- Оло ҡаҙанда ҡайнаған сей ҡалмай.
- Оло тулҡын күренгәс тә ишкәкте ҡулыңдан ташлама.
- Оло эштең ояты юҡ.
- Оронсоҡ атта ял юҡ
- Орлоғо Бохарҙа түгел
- Орлоғона күрә уңышы.
- Оса алмаған ыласындан файҙа юҡ
- Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған
- Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.
- Осһоҙ итте эт ашай
- Осһоҙ ҡаҙыҡ ергә кермәҫ
- Оҫта — донъя тотҡаһы.
- Оҫта ҡоралынан билгеле.
- Оҫта үлһә, ҡулы ҡалыр.
- Оҫтаның ҡулы башҡа.
- Оҫтаһына күрә ҡоралы.
- Оялған туйҙан буш ҡалыр
- Оялғандың ризығы тар
- Оялмаған кеше өсөн оялған кешенең йөҙө ҡыҙарыр
- Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
- Оят барҙа хая бар
- Оят баш ярыр
- Оят башҡа файҙа итмәй
- Оят - оятлы кешегә
- Оятһыҙҙың күтәне ҡырҡ ҡолас
- Ояты барҙың намыҫы бар
- Ояты юҡ ул яман, ғәҙәте юҡ ҡыҙ яман.
- Ояһында ни күрһә осҡанында шуны эшләр
- Оялы көсөк көслө була.
- Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ.
- Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр,Илдә түрә кем булһа, законы ла шул булыр.