Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ү
- Үгеҙ — үгеҙгә, үгеҙ — мөгөҙгә.
- Үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын
- Үгеҙ ат булмаҫ, һыйыр дөйә булмаҫ,
Күпме ҡымыҙ бирһә лә, кәзә бейә булмаҫ, Улары ла булып торһа, заман яман булмаҫ.
- Үгеҙҙе маҡта, атты ек.
- Үҙ атыңды һынар осоп кеше атына ултыр.
- Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ.
- Үҙәкле малда үлем бар.
- Үҙ өйөндә ыштан киҫмәгән, кеше өйөндә сәкмән бескән
- Үҙ илең — алтын, кеше иле — тотҡон.
- Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
- Үҙ илендә кем дә бей.
- Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға буларһың.
- Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
- Үҙ йортонда алйот та хужа.
- Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама
- Үҙ көсөн белмәгән бәләгә ҡалыр.
- Үҙ ризығыңды үҙең тап.
- Үҙ эшеңде үҙең бел.
- Үҙе эш белмәгән кешене өйрәтергә оҫта булыр.
- Үҙең матур булмаһаң да, эшең матур булһын.
- Үҙеңдән олоға кәңәш итмәйенсә эш башлама.
- Үҙе ятып йоҡлаған, һике башы ҡортлаған.
- Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
- Үҙ илендә кем дә бей.
- Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға бу¬лырһың.
- Үҙ илеңдә һалма аша, кеше илендә әлбә аша
- Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
- Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
- Үҙ ояһында эт тә юлбарыҫ.
- Үҙ өйөм — үлән түшәгем.
- Үҙ сүплегендә әтәс тә батыр.
- Үҙ түрем үҙемә иркен.
- Үҙ түремдә үҙем түрә.
- Үҙ халҡын танымаған илгә баш булмаҫ, баш булһа ла оҙаҡҡа булмаҫ.
- Үҙен ҙур тотҡан т үрәнең һуңғы көнө хур булыр.
- Үҙәккә үткән ел яман, илен һатҡан ир яман
- Үкереп үгеҙ булмаҫһың, екереп түрә булмаҫһың.
- Үлгән арыҫланға ҡуян да барып тибеп киткән, ти
- Үле малы-ҡар hыуы.
- Үлем илауһыҙ, туй үпкәһеҙ, ер ташһыҙ, ил яуһыҙ булмаҫ.
- Үлем тураһында уйлама, илең тураһында уйла.
- Үләнле ерҙә мал һимерер, үлемле ерҙә мулла һимерер.
- Үрмәксенән күрмәксе.
- Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
- Үткен ҡылыс ҡынға көс, үтмәҫ бысаҡ йәнгә көс.
- Үтә башһыҙ булһаң, башһыҙ ҡалырһың,
- Үтә булдыҡһыҙ булһаң, ашһыҙ ҡалырһың.
- Үҫер илдең балаһы бер-береһенә «батыр» ти,
Үҫмәҫ илдең балаһы бер-береһенә «бахыр» ти